10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2013 йыл, 10:37

Төбәктә тәүгә Урындағы үҙидара көнө билдәләнәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре илдең барлыҡ муниципалитеттары менән бергә быйыл 21 апрелдә тәүгә үҙҙәренең һөнәри байрамын – Урындағы үҙидара көнөн билдәләйәсәк. Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2012 йылдың июнендә булдырылды. Әлеге Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың 2 апрелендә «Башҡортостан Республикаһында 2013 йылда Урындағы үҙидара көнөнә арналған сараларҙы үткәреү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

«Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге документҡа ярашлы, төп саралар 19 апрелдә Өфөлә үтәсәк. Бынан тыш, республиканың урындағы үҙидара органдарына тейешле сараларҙы муниципаль берәмектәрҙә үткәрергә тәҡдим ителә. Байрам сараларын БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов етәкселегендәге ойоштороу комитеты ойошторасаҡ һәм үткәрәсәк.

21 апрель көнө байрам датаһы итеп юҡҡа ғына һайланманы, 1785 йылдың был көнөндә Екатерина II тарафынан «Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы» раҫланған. Һөнәри байрамды был иҫтәлекле дата менән бәйләү инициативаһы менән ҙур муниципаль берәмектәр берләшмәләре – Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресы, Рәсәй ҡалалары союзы, Поляр түңәрәге аръяғындағы һәм Алыҫ Төньяҡтағы ҡалалар союзы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы сығыш яһаған. Указ проекты РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы менән әҙерләнгән.

«Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе Сергей Молчанов фекеренсә, Урындағы үҙидара көнөн булдырыу гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә, демократия принциптарын һәм урындағы үҙидара институттарын нығытыуға булышлыҡ итәсәк, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ижтимағи-сәйәси, фәнни-методик, мәҙәни һәм урындағы үҙидара мәсьәләләренә арналған башҡа сараларҙы үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.