6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2013 йыл, 9:53

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй менән Тажикстандың хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашасаҡ

автор: Сергей Захаров

4 апрелдә Дүшәнбе ҡалаһында II Рәсәй менән Тажикстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара конференция асыла. Уның эшендә дәүләт власы органдары етәкселәре, бизнесмендар, ғилми интеллигенция, Рәсәй һәм Тажикстандың эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан исеменән форумда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов сығыш яһаясаҡ.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған Тажикстан менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшереләсәк.

Түңәрәк өҫтәлдәр менән бер рәттән иҡтисади һәм гуманитар проекттарҙың презентациялары үткәреләсәк, ойошма һәм предприятиеларҙың, бизнес-берләшмәләрҙең күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Конференция сиктәрендә ике яҡлы документтарға ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

— 2012 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итеү динамикаһы ыңғай булды. Өфөлә Тажикстандың генераль консуллығы үҙ эшен дауам итә, ул илдең 14 субъекты менән эшләй. Тажикстан менән Башҡортостан араһындағы тауарҙар әйләнеше 12 миллион долларҙан ашыу тәшкил итә һәм әлеге ваҡытта был күрһәткесте яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Шулай уҡ социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, студенттар менән алмашыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге сәфәр беҙҙең республика менән Тажикстан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, — тине Руслан Мирсаяпов.