Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә көрәш буйынса ярыштар үтәсәк

Спорт

2013 йылдың 5 апрелендә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәләгенә арналған милли көрәш буйынса район-ара ярыштар үтә. Сара Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һәм «Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Морис Йосопов ярҙамы менән үткәрелә.

Йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләү, улар араһында алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, көрәште үҫтереү һәм популярлаштырыу турнирҙың төп маҡсаттары булып тора.

Яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин кубогына милли көрәш буйынса тәүге ярыштар 1990 йылда Йомағужа урта мәктәбендә үткәрелә. 1993 йылдан башлап был ярыштарҙа күрше райондарҙан да спортсылар ҡатнаша. Йылайыр районы хакимиәте башланғысы менән 1999 йылда ярыштар район-ара статусын ала.

Йыл һайын турнирҙа Урал аръяғының 120-гә яҡын иң көслө спортсыһы ҡатнаша. Быйыл Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет райондарынан, Сибай, Күмертау ҡалаларынан көрәшселәр турнирҙа ҡатнашырға теләк белдергән.

Белешмә. Рафаэль Ҡолһарин Афғанстанда хеҙмәт иткән, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. 1981 йылдың 7 июлендә яуҙа дошмандың 9 ут нөктәһен юҡ иткән, ҡаты яраланған һәм госпиталдә яҡты донъя менән хушлашҡан. Хәрби операция өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм СССР Юғары Советының почет грамотаһы менән наградланған. Яугир иҫтәлегенә Йомағужа ауылында обелиск урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть