9 декабрь, Йома

03 апрель 2013 йыл, 15:28

Нуриман районында ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү проекты старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы менән берлектә Нуриман районында ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү проектын башлай.

Муниципалитет хакимиәте һәм Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге ярҙамында 20 ауылда медицинаға ниндәй ҙә булһа ҡағылышы булған кешеләр (пенсионер фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, медицина өлкәһендә өҫтәмә белем алған уҡытыусылар) һайлап алынған. Улар өсөн махсус аптечкалар әҙерләнгән.

Бынан тыш, Үҙәк район дауаханаһы белгестәре ирекмәндәргә методик һәм консультацион ярҙам күрһәтәсәк.

Билдәле булыуынса, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен оптималләштереү һәм яңыртыу һөҙөмтәһендә тотош һаулыҡ һаҡлау системаһы үҙгәртеп ҡоролдо, айырыуса был ауыл ерендәге медицина учреждениеларына ҡағылды. Һөҙөмтәлә байтаҡ участка дауаханалары ябылды, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны ҡыҫҡартылды, кадрҙар дефициты барлыҡҡа килде. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн әлеге программа булдырылды ла инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы ағзалары республиканың билдәле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары менән берлектә бындай акцияны тәүге тапҡыр үткәрмәй. Бығаса ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса проект Стәрлетамаҡ районында тормошҡа ашырылды.