Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Студент яҙы-2013» фестиваленең гала-концертын Конгресс-холда үткәрәсәк

Йәмғиәт

«Студент яҙы-2013» ижади фестиваленең гала-концертын М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты кесе йома, 4 апрелдә, Өфөнөң Конгресс-холында үткәрәсәк. Юғары уҡыу йортоноң ижади йәштәре үҙҙәренең сығыштарын Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнай.

БДПУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, университетта йәмғеһе 11 концерт ойошторолған, унда 700-гә яҡын студент ҡатнашҡан. Иң яҡшы номерҙар гала-концерт өсөн һайлап алынған.

Апрель аҙағынаса гала-концерттар республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттарында үтәсәк. Һайлап алыу туры аша үткән барлыҡ ҡатнашыусылар үҙҙәренең уҡыу йорто исеменән республика кимәлендәге «Студент яҙы» фестивалендә ҡатнашасаҡ. Төп концерт Башҡортостандың бөтә төбәктәренән иң яҡшы йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, актерҙарҙы, музыҡа ҡоралдарында уйнаусыларҙы берләштерәсәк. Төбәк этабында еңеүселәр Рәсәй кимәлендәге «Студент яҙы» фестивалендә көс һынашасаҡ. Сара быйыл Ульяновскиҙа үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть