9 декабрь, Йома

03 апрель 2013 йыл, 12:27

Республикала яҙҙы ҡаршылауға арналған «Баш ашы» милли байрамы тергеҙелә

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдарында яҙҙы ҡаршылауға арналған «Баш ашы» боронғо башҡорт милли байрамы тергеҙелә башланы. Йола буйынса, ул яҙғы баҫыу эштәре алдынан үткәрелә. Был көндө кешеләр бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, бишбармаҡ, ҡойҡа, ҡоймаҡ әҙерләй. Был матур, әммә онотола барған байрам йолаларын Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында китапхана һәм Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тергеҙергә булған.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәти сәйәсәт бүлеге баш белгесе Жанна Квиринг хәбәр итеүенсә, Мәҙәниәт йорто фойеһында «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр үҙҙәре эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһен ойошторған. Тамашасылар өсөн «Баш ашы» байрамы сәхнәләштерелеп күрһәтелгән. Сараны үткәреүҙә ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашҡан. Улар байрамды ойоштороусыларға милли траицияларҙы һәм йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса эште дауам итеүҙәрен теләгән.