3 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2013 йыл, 11:57

Баш ҡаланың Матбуғат йортонда «Журналистарҙың Хәрби дан стенаһы» асыласаҡ

автор: Алик Шакиров

Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тула. Республика журналистары был мөһим датаны билдәләүгә әүҙем әҙерләнә башланы. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының һәм Журналистика ветерандары (пенсионерҙары) берлегенең ҙур байрамға әҙерлек һәм уны лайыҡлы ҡаршылау буйынса планы әҙерләнгән. БР Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, документ эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренә ҡағыла: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән тыл ветерандары булған журналистарҙың көнкүрешен тикшереү, уларға матди ярҙам күрһәтеү; журналистика ветерандарының йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуҙарын ойоштороу; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналистарҙың хәтирәләренән торған буклет әҙерләү; Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистарға арналған мемориалдарҙы тергеҙеү; республика баҫмалары редакцияларында журналистика ветерандарының фоторәсемдәренән торған галереялар булдырыу; мәктәп уҡыусылары араһында Бөйөк Ватан һуғышы темаһын яҡтыртыуға ижади конкурс ойоштороу; журналистика ветерандары өсөн «Зәңгәр ут» үткәреү.

Поклонная тауында урынлашҡан музейҙа 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған «Журналистарҙың Хәтер китабы» һаҡлана. Китапта һуғышта һәләк булған 564 журналистың исеме теркәлгән. Әммә был исемлектә Башҡортостандан бер генә вәкил дә юҡ. Ошо сәбәпле БР Журналистар союзы исеменә Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтан һәм РФ Журналистар союзының Ветерандар берлеге советы етәкселәренән хат килде.

БР Журналистар союзы һәм Журналистика ветерандары берлеге республиканың барлыҡ журналистар ойошмаларына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хеҙмәттәштәренең исемдәрен дөрөҫләү үтенесе менән мөржәғәт итте. Ошо рәүешле төҙөлгән дөйөм исемлекте Мәскәүгә РФ Журналистар союзының Ветерандар берлеге советына ебәреү планлаштырыла.

Шулай уҡ Өфөнөң Матбуғат йортонда урынлашҡан һәйкәлде реставрациялау һәм, һуғышта һәләк булған журналистарҙың тулы исемлеген иҫәпкә алып, «Журналистарҙың Хәрби дан стенаһы» исемле мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла.