3 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2013 йыл, 9:58

Башҡортостандың һигеҙ районы һауым буйынса бер меңлек сикте үтте

автор: Галина Бахшиева

2013 йыл башынан алып республиканың һигеҙ районы һауым буйынса бер меңлек сикте үтте. Лидерҙар иҫәбендә – Саҡмағош (һәр һыйырҙан 1375 кг һөт һауып алынған), Стәрлетамаҡ (1295), Тәтешле (1200), Өфө (1173), Мәләүез (1165), Дүртөйлө (1112), Ауырғазы (1051) һәм Күгәрсен (1009) райондары.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда республика буйынса ғинуар-март айҙарында һәр һыйырҙан уртаса 857 кг һөт һауып алынған. 2012 йыл менән сағыштырғанда, был ете килограмға күберәк.

Был көндәрҙә һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 11 килограмм тәшкил итә. Иң юғары күрһәткестәр Стәрлетамаҡ (бер һыйырҙан 16,8 кг һөт һауып алына), Саҡмағош (15,5), Тәтешле (15,4), Өфө (14,6), Мәләүез (14,4) һәм Ауырғазы (13,4) райондарында.

Башҡортостанда тулайым һауым беренсе квартал аҙағына 304 мең тоннанан ашыу тәшкил итте. Шуларҙың 141,5 мең тоннанан ашыуы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермерлыҡ хужалыҡтарына тура килә.

Был ваҡыт эсендә 133,2 мең тоннанан ашыу һөт һатылған, шуларҙың яҡынса 124 мең тоннаһы республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермерлыҡ хужалыҡтарында етештерелгән.