3 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2013 йыл, 9:39

Владимир Юрзинов «Салауат Юлаев»тың баш тренеры итеп тәғәйенләнде

автор: Дмитрий Слезин | фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы

Көн элгәре «Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы идараһының сираттағы ултырышы үтте.

Көн тәртибендә «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренерын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды, тип хәбәр иттеләр клубтың матбуғат хеҙмәтенән. Клуб етәкселеге тәҡдиме буйынса идара был вазифаға йәш Владимир Юрзиновты тәғәйенләне. Бығаса ул команданың баш тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.