6 декабрь, Шишәмбе

02 апрель 2013 йыл, 17:16

Владимир Солин Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Владимир Солин йәмәғәтселек башланғысында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса Башҡортостан Президенты советнигы итеп  тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Белешмә. Солин Владимир Иванович 1947 йылдың 15 ноябрендә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуған. Силәбе политехник институтын тамамлай.

2006 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль район хакимиәте башлығы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән наградланған.