Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанға Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Жан де Глиниасти киләсәк

Сәйәсәт

3 апрелдә Өфөгә Франция Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти һәм уның ҡатыны визит менән килә, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.  Шулай уҡ Башҡортостан баш ҡалаһына Франция бизнесы вәкилдәре килеүе көтөлә.

Рәсми саралар 4 апрелгә билдәләнгән. Программала дипломаттың Башҡортостан етәкселеге менән осрашыуы ҡаралған. Шулай уҡ илсенең Өфө етәкселеге, Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты студенттары һәм уҡытыусылары, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы планлаштырылған.

Дипломаттың ҡатыны – Катрин де Глиниасти өсөн дә айырым программа әҙерләнгән.

Бынан тыш, Францияның бизнес берләшмәләре вәкилдәре Башҡортостандан потенциаль партнерҙар менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть