Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Бөгөн – Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Мәҙәниәт

Бөгөн Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Был ваҡиға айҡанлы республиканың китап нәшер итеүселәрен һәм йәш китап уҡыусыларын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы. Ведомство башлығы Халыҡ-ара балалар китабы көнөн «иң яҡты байрамдарҙың береһе» тип атаны.

— 1967 йылдан башлап Халыҡ-ара балалар китабы советы башланғысы һәм ҡарары буйынса 2 апрелдә, бөйөк әкиәтсе Ханс Кристиан Андерсендың тыуған көнөндә, бөтә донъя Халыҡ-ара балалар китабы көнөн билдәләй. Был яңы быуындарҙың рухи һәм интеллектуаль үҫешен формалаштырыуҙа балалар китабының ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләй. Әлеге байрам бәләкәй китап уҡыусыларыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡыра һәм ололарға уларҙың да ҡасандыр бала булыуҙары хаҡында иҫкә төшөрә, — тиелә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһенең ҡотлау хатында.

Борис Мелкоедов китап нәшер итеүселәргә «яңы быуын кешеләре тағы ла таҙараҡ, бер-береһенә һәм уратып алған донъяға кешелеклерәк булһын өсөн, артабан да балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс китаптар нәшер итеүҙәрен» теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть