3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2013 йыл, 13:10

Баш ҡалала йыл башынан алып элиталы торлаҡҡа хаҡтар 4,6 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәтенә ярашлы, Өфөлә элиталы торлаҡҡа уртаса хаҡ квадрат метрына 83,5 мең һум тәшкил итә. Беренсе кварталда ул 4,6 процентҡа артҡан.

Бер бүлмәле фатирҙарға хаҡ – квадрат метрына 79 мең һум (йыл башынан хаҡ үҙгәрмәгән), ике фатирлы бүлмәләргә – 85,5 мең (квартал эсендә хаҡ 8 процентҡа артҡан), өс бүлмәле фатирҙарға – 85,7 мең (плюс 2,7 процент), күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ квадрат метрына 85,5 мең һум (плюс 0,5 процент) тәшкил итә.