4 декабрь, Йәкшәмбе

02 апрель 2013 йыл, 12:03

Евгений Семивеличенко һуғыш ветеранына 1 апрелгә бүләк яһаны

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Клавдия Самсонова 1 апрелгә Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенконан көтөлмәгән бүләк – аш-һыу бүлмәһе өсөн электр плитаһы алды.

Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ветеран үҙенең проблемаһы хаҡында ҡала башлығына бер аҙнанан ашыу элек хәбәр иткән. Уның 30 йылдан ашыу эшләгән иҫке плитаһы бөтөнләй эшлектән сыҡҡан. 85 йәшлек ҡатын сирле ирен ҡарай, барлыҡ тиерлек пенсияһы уны дауалауға китә. Шуға күрә ветерандың яңы плита һатып алырға мөмкинлеге булмаған.

Клавдия Самсонова Евгений Семивеличенко менән осрашыуға 21 мартта килгән һәм үҙенең проблемаһы хаҡында һөйләгән. Әммә ул тиҙ арала ярҙам күрһәтеләсәгенә иҫәп тотмаған. 1 апрелдә уның ишегенә шылтыратып, бер сәғәттән плита килтерәсәктәре хаҡында хәбәр иткәндәр, әммә ҡатын быны шаяртыу тип ҡабул иткән. Тик бының ысын булып сығыуы ҡатын өсөн көтөлмәгән шатлыҡ була.

Плита һатып алыу, килтереү һәм урынлаштырыу өсөн ҡала Советы рәйесе үҙе түләгән. Яңы ҡоролманы Өфө ҡалаһы Калинин районының 67-се торлаҡ эксплуатациялау участкаһы белгестәре урынлаштырған.