Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Бюджет инвестициялары буйынса эксперттар советы составы раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Бюджет инвестициялары буйынса эксперттар советы составы һәм Эксперттар советы тураһындағы положение БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланды.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, совет төбәк бюджетынан инвестициялар йүнәлтеү стратегияһын һәм өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн булдырылған. Эксперттар бюджет инвестициялары өлкәһен стратегик һәм өҫтөнлөклө үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк һәм тикшерәсәк, Республика адреслы инвестиция программаһының үтәлешенә контроллек итәсәк.

Совет рәйесе – БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов. Экспеттар советы составына шулай уҡ вице-премьерҙар Евгений Маврин, Лилиә Ғүмәрова, Эрнст Исаев, БР иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин, республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һәм төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть