7 декабрь, Шаршамбы

02 апрель 2013 йыл, 10:22

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2013» конкурсы старт алды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Дүшәмбе, 1 апрелдә, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы — 2013» педагогик оҫталыҡ конкурсы старт алды. Быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелгән бәйгелә 57 уҡытыусы ҡатнаша.

Конкурс форматы педагогтың эшмәкәрлегенә күп этаплы экспертиза үткәреүҙе күҙ уңында тота. Үҙең менән таныштырыу, асыҡ дәрестәр, проблемалы лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыуҙар – был һынауҙарҙың барыһында ла уҡытыусының профессионализмы, тәжрибәһе, педагогик белеме мөһим.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов конкурстың маҡсаты иң яҡшы уҡытыусыны һайлап алыуҙа ғына булмауын билдәләне.

— Әлеге ярыштар барышында уҡытыусыларыбыҙҙың инновацион тәжрибәһен, ҡыҙыҡлы эшләнмәләрен асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуа. Башҡортостандың мәғариф системаһын артабан үҫтереү беҙҙең төп маҡсат булып тора. Быларҙың барыһын да балалар өсөн, киләсәгебеҙ өсөн эшләйбеҙ, — тине ведомство башлығы.

Жюри рәйесе – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, профессор Раил Әсәҙуллин. Эксперттар иҫәбендә БР Мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, Өфөнөң 39-сы гимназияһы директоры Ирина Кейекбаева, Өфөнөң 110-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсында еңеүсе Лимма Сержанина һәм башҡалар бар.

Өҫтәп китәйек, конкурс сиктәрендә шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы билдәләнәсәк. Был ярыштарҙа шул тәртиптә 40 һәм 22 педагог ҡатнашасаҡ.