10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2013 йыл, 9:48

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

автор: Людмила Терновая

Был аҙнала Башҡортостан парламентарийҙары профилле комитеттар ултырыштарын үткәрә. 2 апрелдә Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет (11.30), Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет (14.30) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет(16.00) ултырыштары үтә.

3 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәнә ике профилле комитеты ултырыш үткәрә: 10.00 сәғәттә — Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет, 11.30 сәғәттә — Сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет.

4 апрелдә Бюджет, финанстар, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет (10.00 сәғәттә) һәм Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет (15.00 сәғәттә) ултырыштары үтә.

Республика парламенты Президиумы ултырышы 9 апрелгә планлаштырылған.