3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2013 йыл, 9:37

Рөстәм Хәмитов Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

1 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән совет дипломаты, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Хәкимов Кәрим Ғәбдрәүеф улының тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, указға ярашлы, СССР менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында йылы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән Кәрим Хәкимовтың юбилейына арналған саралар 2015 йылда Башҡортостанда ойоштороласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Бишбүләк районы менән берлектә ойоштороу комитеты составын раҫларға, юбилей саралары планын әҙерләргә һәм финанслау тәртибен билдәләргә ҡушылды.

Указ үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.