10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2013 йыл, 17:35

Өфөлә инвалидтар өсөн тәүге автомәктәп асылды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһының уҡыу-курс комбинатында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе машина йөрөтөргә өйрәтәсәктәр. Курстарға яҙылыу 1 апрелдән башланды.

Был маҡсаттарға «Рено Логан» автомобиле ҡулайлаштырылған. Машина махсус ҡулайламалар менән йыһазландырылған.

Башҡортостан Республикаһының уҡыу-курс комбинаты директоры Владимир Петров һүҙҙәренсә, башҡа төрлө айырмалар һәм ташламалар юҡ: шул уҡ ҡағиҙәләр, шул уҡ билеттар, теория, практика. Дәрестәр кәм тигәндә ике ай дауам итәсәк. Автомобиль йөрөтөүгә медицина персоналынан рөхсәт ҡағыҙы алған барлыҡ теләүселәр уҡытыласаҡ.

— Курсанттарҙы беҙҙең инструкторҙар барып аласаҡ, был хеҙмәт бушлай күрһәтелә, — тип аңлатты Владимир Петров. – Курстарға (347) 228-56-36 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Учреждение адресы: Өфө ҡалаһы, Владивосток урамы, 5.

темалар: асыҡ мөхит