7 декабрь, Шаршамбы

01 апрель 2013 йыл, 16:14

Башҡортостанда 102 айыу өңө эшләнәсәк

автор: Лиана Хамматова

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында «Башинформ» агентлығы «Ижтимағи электрон гәзит» менән берлектә яңы экологик акция башлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса журналистар ҡоштарҙың ҡала шарттарында йәшәү мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлткәйне. Ҡоштар көнөн тергеҙеү буйынса акция сиктәрендә «Башинформ» агентлығы заказы буйынса 102 сыйырсыҡ ояһы әҙерләнде, улар Өфө парктарында һәм скверҙарында урынлаштырылды. Хәҙер журналистар айыуҙар, төлкөләр һәм һыуырҙарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итә.

«Башинформ» агентлығы акцияһы Башҡортостандың хайуандар донъяһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола. Акция сиктәрендә Бөрйән һәм Хәйбулла райондарында 102 айыу өңө эшләү һәм 102 өң ҡаҙыу планлаштырыла. Өңдәрҙең конструкцияһын әҙерләүгә Өфөнөң атҡаҙанаған зоология белгестәре йәлеп ителде. Хайуандар өсөн «йорттар» биология фәндәре докторы Валентин Медведов контроле аҫтында эшләнәсәк. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр отряды әҙерләнә. Һәүәҫкәр экологтарҙың Бөрйән районына тәүге сәйәхәте 3 апрелгә билдәләнгән. Акцияға ҡушылырға теләүселәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ижтимағи электрон гәзит» битендә яҙыла ала.