4 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2013 йыл, 15:10

Мордовияла Башҡортостан көндәре үтәсәк

автор: Людмила Терновая

2014 йылда Мордовияла Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Был хаҡта Саранск ҡалаһына визит барышында БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренең Мордовиянан хеҙмәттәштәре менән эш осрашыуында хәбәр ителде. Башҡортостан делегацияһын Мордовияның мәҙәниәт һәм туризм министры Владимир Шарапов оҙатып йөрөнө. Улар мәҙәни объекттарҙы һәм ҡала үҙәген ҡараны.

Мордовия — мәҙәни объекттарҙы реконструкциялау буйынса ҙур тәжрибә туплаған төбәк. Улар иҫәбендә – Саранскиҙағы Мәҙәниәт һарайы, Мордовия филармониһының элекке бинаһы. Башҡортостан вәкилдәре Опера һәм балет театры бинаһын, уның эске биҙәлешен баһаланы.

Театр дизайны ныҡ тәьҫир итте, тип билдәләне БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Каширина.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары хеҙмәттәшлекте дауам итергә тәҡдим итте. Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вәкилдәренең Мордовияға эш сәфәре тураһында һөйләшеп килешелде.

Эш төркөмө етәксеһе, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлит Мәхмүтов, үҙ сиратында, Мордовиянан хеҙмәттәштәрен Өфөгә саҡырҙы.