Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

2013 йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Стәрлетамаҡта эшләй

Йәмғиәт

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013» төбәк-ара конкурсында еңеүсе тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова танылды. Лауреаттар иҫәбендә – М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Фәриҙә Миһранова, А.М.Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Фәнгизә Нафикова, Сибайҙың 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Илүзә Насырова һәм Салауат ҡалаһының 23-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Резеда Килсенбаева.

Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 55 педагог, шул иҫәптән Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән уҡытыусылар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан. Конкурста ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, лекциялар менән сығыш яһаны, фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Бәйге финалы Стәрлетамаҡ күп профилле колледжында үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть