Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

1 апрелдән төбәктә хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 10 мең 85 һумға тиклем артасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһы күләме 3,3 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте 1 апрелдән пенсия күләмен индексациялау коэффициенттарын раҫланы. Арттырылған түләүҙәр билдәләнгән графикка ярашлы 3 апрелдән башҡарыласаҡ.

Был категория граждандары өсөн пенсия күләме быйыл икенсегә арттырыла. 1 февралдән хеҙмәт пенсиялары 6,6 поцентҡа индексацияланғайны инде.

— Индексациялау һөҙөмтәһендә республикала хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 9800 һумдан 10085-кә тиклем артасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров. – Социаль пенсияларҙың уртаса күләме республикала 1 апрелдән 6024 һум тәшкил итәсәк.

Пенсия ведомствоһынан аңлатыуҙарынса, ике пенсия алған кешеләрҙең ике түләүе лә артасаҡ. Уларҙың уртаса күләме, пенсия алыусының категорияһына ҡарап, 16800 һумдан алып 25400-гә тиклем тәшкил итәсәк.

1 апрелдән граждандарға айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн тәғәйенләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме 1,81 поцентҡа арта. Шулай уҡ Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Ленин, «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән наградланған граждандарға өҫтәмә түләүҙәр күләме арттырыласаҡ. Бынан тыш, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм радиацион һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға инвалидлыҡ буйынса пенсия күләме арттырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть