3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2013 йыл, 11:28

Башҡортостандан биш меңдән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Рәсәйҙә сираттағы хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы старт ала. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем Ҡораллы Көстәр сафын 153,2 мең егет тулыландырасаҡ. Кампанияға ҡарата бындай пландар Рәсәй Оборона министрлығы менән иғлан ителде. Башҡортостандан хәрби бурысын үтәргә 5500 егет оҙатыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың хәрби комиссариатынан. Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылды.

Илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса план 2011 йылдың яҙынан ҡыҫҡартылды. 2010 йылдың көҙөндә Ҡораллы Көстәр сафын 280 мең егет тулыландырһа, 2012 йылдың көҙөндә хәрби бурысын үтәргә йәмғеһе 140 мең егет оҙатылды.

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы алдынан Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығында 2012 йылда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы хәбәр итеүенсә, 2013 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә 153200 граждан саҡырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ғәскәрҙәргә 49,7 мең белгес (хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың 32,5 проценты), шул иҫәптән ДОСААФ-та әҙерлек үткән 46,8 мең кеше йүнәлтеләсәк.