11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2013 йыл, 10:39

Өфөнән популяр йүнәлештәр буйынса даими халыҡ-ара авиарейстар асыласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Отпускылар миҙгеле алдынан «Трансаэро» авиакомпанияһы түбәндәге йүнәлештәр буйынса даими халыҡ-ара рейстар аса: Өфө – Пафос (Кипр) – аҙнаһына ике тапҡыр; Өфө – Барселона (Испания) – ун көнгә бер тапҡыр; Өфө – Киев (Украина) – аҙнаһына ике тапҡыр.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, авиакомпания Өфө – Хургада (Мысыр) маршруты һәм 5 майға тиклем Өфө – Бангкок (Таиланд) маршруты буйынса чартер рейстар яһауын дауам итәсәк.

«Трансаэро» компанияһы мәғлүмәте буйынса, Кипр менән авиабәйләнеш 26 апрелдә асыла. Рейстар һәр шишәмбе һәм йома һайын Boeing-738 самолетында башҡарыласаҡ. Юлда булыу ваҡыты – дүрт сәғәт.

Украинаның баш ҡалаһына тәүге рейс 20 апрелгә билдәләнгән. Рейстар һәр кесе йома һәм йәкшәмбе һайын Boeing-738 самолетында башҡарыласаҡ. Юлда булыу ваҡыты – дүрт сәғәт.

Барселонаға рейстар тураһында аныҡ мәғлүмәт әлегә юҡ.