3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2013 йыл, 10:03

Баш ҡалала Рәсәйҙең халыҡ артисы Ринат Ибраһимов «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Балалар үҫеш үҙәгендә булды

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ринат Ибраһимов Өфөлә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә булды. Танылған йырсы балалар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, автограф бирҙе.

Үҙәктә тәрбиәләнеүселәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы, ҡунаҡ өсөн улар ҙур булмаған концерт ойошторҙо.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге Өфөлә 2011 йылдың сентябрендә «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды башланғысы менән булдырылды. Бөгөнгө көндә был Башҡортостанда инвалид балалар, мәктәп программаһында ҡаралған дәрестәрҙән тыш, өҫтәмә белем алған берҙән бер мәғариф учреждениеһы булып тора.

Хәйриә эшмәкәрлеге тураһында һүҙ йөрөтөп, Ринат Ибраһимов бағыусылыҡтың революцияға тиклемге Рәсәйҙә киң таралған булыуын билдәләне.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи үҫеш бөтөрөлөп, сиркәүҙәр һәм ғибәҙәтханалар емерелгәндә, хәйриә эшмәкәрлеге онотолдо. Әммә хәҙер ул ҡайтанан тергеҙелә, — тип билдәләне халыҡ артисы. – Һеҙҙең фондҡа юғары дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелеүе ҡыуаныслы хәл. Бындай үҙәктәр кәрәк. Барлыҡ балалар ҙа тигеҙ шарттарҙа үҫешергә тейеш, шуға күрә был йәһәттән дәүләт менән шәхси бизнестың хеҙмәттәшлек итеүе мөһим.

Ринат Ибраһимов Өфөлә «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә хәйриә концерты ойошторорға планлаштыра. Танылған музыканттарҙан тыш, унда балалар ҙа сығыш яһаясаҡ.