7 декабрь, Шаршамбы

01 апрель 2013 йыл, 9:34

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының Демографик сәйәсәт буйынса советы ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ"

29 мартта Ижевскиҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты, уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе. Ултырышта һүҙ округ төбәктәрендә демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу тураһында барҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмә барышында субъект башлыҡтары демографик сәйәсәттең бөгөнгө хәленә анализ бирҙе, ыңғай һөҙөмтәләрҙе билдәләне, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшерҙе.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда демографик хәл яҡшыра бара. Үткән йылда тыуым 5,1 процентҡа артҡан, үлем 2,2 процентҡа кәмегән (58997 кеше тыуған, 53380 кеше үлгән). Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан күп балалыҡ кимәле буйынса беренсе урында тора (республикала 34,5 мең күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 100 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә).