9 декабрь, Йома

29 март 2013 йыл, 17:51

Республикала 7,7 мең күп балалы ғаилә бушлай ер участкалары алған

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда 7,7 мең күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 1,4 мең ғаилә бушлай ер участкалары алған. Был категорияға ҡараған барлыҡ ғаиләләр, уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыу-булмауына ҡарамай, бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов участкаларҙы инженерлыҡ һәм социаль инфраструктура булған ерҙән бүлергә ҡушты. БР Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, был бурыс ерҙәрҙе бер категориянан икенсеһенә күсереү һәм ауылдарҙың сиктәрен киңәйтеү юлы менән үтәлә.

Бөгөн республикала өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 36,7 мең күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 12,5 мең ғаилә йәшәй. Бушлай ер участкаһы алыу өсөн 17740 күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 4010 ғаилә сиратҡа торған.

Төбәктә 3395 ер участкаһына биләү хоҡуғы теркәлгән. 1021 күп балалы ғаилә үҙҙәренең участкаларында төҙөлөш эштәре алып бара, 436 ғаилә ерҙәрен һатҡан.

Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, бушлай ер участкалары бүлеү буйынса эш түбәндәге райондарҙа әүҙем алып барыла: Әбйәлил, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы һәм Өфө райондары.