3 декабрь, Шәмбе

29 март 2013 йыл, 15:34

Өфө депутаттары Аксаков премияһы тураһындағы положениены ҡабаттан тикшерәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан баш ҡалаһында Өфө ҡала Советының Сергей Аксаков исемендәге премияһына дәғүә итеүгә сираттағы конкурсҡа әҙерлек башланды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән. Яҙыусының мемориаль йорт-музейында эксперттар комиссияһы ағзалары һәм Совет депутаттары йыйылды, улар ағымдағы йылда конкурс үткәреү тәртибен тикшерҙе.

Йыйылышта премия тураһындағы Положениены ҡайтанан тикшереү мәсьәләһе ҡаралды. Бөгөнгө көндә, Положениеға ярашлы, конкурсҡа үҙ эштәрен юғары уҡыу йорттары студенттары һәм колледж уҡыусылары тәҡдим итә ала. Улар үҙ-ара тигеҙ шарттарҙа көс һынаша. Әммә былтыр, конкурсҡа йомғаҡ яһаған ваҡытта, эксперттар комиссияһы ағзалары юғарыу уҡыу йорто студенттарының һәм колледж уҡыусыларының эштәрен айырым баһаларға тәҡдим итте. Был башланғыс ҡала Советы депутаттарында хуплау тапты.

Премия тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен депутаттар 9 апрелдә ҡала Советы Президиумы ултырышында тикшерергә планлаштыра. Уға тиклем студенттар эштәрен тикшереү буйынса эксперттар комиссияһы ағзалары конкурс үткәреү тәртибен камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.

Конкурс үткәреү тәритебенә башҡа үҙгәрештәр индерелмәйәсәк, тип көтөлә. Эштәр, алдағы йылдарҙағы кеүек үк, 1 сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Эксперттар уларҙы тикшереп, лауреаттарҙы билдәләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтәсәк. Ә ҡала Советы Президиумы сентябрҙә үтәсәк ултырышта еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Шулай уҡ ағымдағы йылдың сентябрендә Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналған китап донъя күрәсәк, ул Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә таратыласаҡ.