4 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2013 йыл, 14:26

Башҡортостан баш ҡалаһында Майкл Джексондың хореографы хип-хоп буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк

автор: Ольга Мортазина

2 апрелдә 11 сәғәттә «Башинформ» агентлығында Будда Стретч псевдонимы аҫтында билдәле булған бейеүсе йәш Эмилио Остин менән матбуғат конференцияһы үтә. 45 йәшлек бейеүсе Өфөгә заманса хореография буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү маҡсатында Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Идаралығы саҡырыуы буйынса килгән.

Йәш Эмилио Остин Майкл Джексондың «Remember The Time» йыры өсөн клип ҡуйған, Уитни Хьюстон, Мэрайя Кэри, Дайана Росс менән хеҙмәттәшлек иткән.

«Билдәле хореограф һәм педагог бейеү сәнғәтен популярлаштырыу өсөн саҡырылды. Был сәнғәт йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шөғөл булып тора», — тип хәбәр иттеләр Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Идаралығынан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йондоҙҙар наркотиктарға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа шулай уҡ Рәсәйҙең рок йырсылары Юрий Шевчук, Земфира Рамазанова, Борис Гребенщиков, бард Александр Розенбаум, йырсы Максим, биатлонсы Максим Чудов ҡатнашты.