Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала 2013-2014 йылдарҙа 146 иҫке һәм авария хәлендәге йорттан граждандар күсереләсәк

Иҡтисад

Үткән йылдар менән сағыштырғанда, 2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан баш ҡалаһында граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә ҙур сумма бүленәсәк, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округының «Күсемһеҙ милек үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Николай Лапшин.

— Киләсәктә авария хәлендәге 513 йорттан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. 2013-2014 йылдарҙа 146 йорттан граждандар күсереләсәк. Авария хәлендәге торлаҡтың дөйөм майҙаны 137 мең квадрат метр тәшкил итә. Уларҙа йәшәүсе кешеләр яңы фатирҙарға күсереләсәк, — тип хәбәр итте журналистарға Николай Лапшин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге авария хәлендәге һәм иҫе йорттарҙың ҡайһы берәүҙәре мәҙәни мираҫ объекттары булып тора, шуға күрә уларҙы һүтеү планлаштырылмай. Өфө Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығының перспективалы үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Галина Чиглинцева хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта һүҙ бындай объекттарҙан граждандарҙы күсереү һәм, территорияларҙы планлаштырыу буйынса документацияға ярашлы, уларҙы заман талаптарына ярашлы итеп ҡайтанан профилләштереү йәки ҡулайлаштырыу хаҡында бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть