9 декабрь, Йома

29 март 2013 йыл, 12:49

Өфө районында балыҡ тотоу буйынса ярыштар үтте

автор: Людмила Терновая

Өфө районында балыҡ тотоу буйынса ярыштар үтте. Бәйге ауыл биләмәләре һәм структура бүлексәләре араһында Ҡышҡы спартакиада сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Ярышта ауыл биләмәләренән — туғыҙ команда, район предприятиеларынан ете команда ҡатнашты. Ҡайһы бер командаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булды.

Чесноковка ауылы командаһы иң күп балыҡ тотто — 1,64 килограмм. Икенсе урынды — «АЗиА» муниципаль унитар предприятиеһы спортсылары, өсөнсө урынды Шемяк ауыл советы ауыл биләмәһе вәкилдәре яуланы. «Иң бәләкәй балыҡ» призы Михаил Карташовҡа тапшырылды, ә «Иң ҙур балыҡ»ты Марат Чикаев тотто. Балыҡсылар иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар менән наградланды.