Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Президент программаһын тамамлаусы өфөлөләр халыҡ-ара автоуҙыш үткәрәсәк

Йәмғиәт

БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһының Топ-клубы ағзалары 4 апрелдә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Франция делегациһы менән осрашыуҙа ҡатнашасаҡ. Был хаҡта көн элгәре «Президент Отель» комплексының Конференц-залында үткән Ассоциация Топ-клубының сираттағы ултырышында Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы президенты Азамат Ғөбәйҙуллин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Францияның Рәсәйҙәге Илсеһе Жана де Глиниасти сәфәре сиктәрендә Франция –Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы осрашыу ойошторасаҡ, уның барышында делегаттар республиканың эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашасаҡ.

Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһының Топ-клубы ултырышында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү сиктәрендә Топ-Клубтың «Башҡортостан — Ҡаҙағстан — Ҡырғыҙстан» автоуҙышын үткәреү өсөн төркөм булдырыуы хаҡында хәбәр ителде. Автоуҙыш апрель уртаһында Өфө – Магнитогорск – Астана – Караганда – Балхаш – Бишкәк маршруты буйынса үтәсәк. Эшлекле бәйләнештәр булдырыу, республиканың абруйын күтәреү сараның төп маҡсаты булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть