8 декабрь, Кесе йома

29 март 2013 йыл, 11:53

Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашты

автор: "Башинформ"

28 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программалары буйынса республика менән Фондтың артабанғы хеҙәттәшлеге тикшерелде.

2008-2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә Фонд средстволары иҫәбенә 10,7 миллиард һум күләмендә финанс ярҙам алған. Адреслы программаларға ярашлы, 1172 күп фатирлы йортта (уларҙа 240 мең кеше йәшәй) капиталь ремонт үткәрлгән, авария хәлендәге 603 йорттан 16 мең кеше күсерелгән.

Осрашыуҙа Башҡортостанда был программаларҙы артабан үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. 2013-2015 йылдарға Фонд республикаға 4,7 миллиард һумдан ашыу күләмдә финанс ярҙам күрһәтеүгә лимит билдәләгән.