10 декабрь, Шәмбе

28 март 2013 йыл, 17:25

Башҡортостанда ҙур дәүләт заказдары мотлаҡ килешеү үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ҡарамағындағы заказдарҙы урынлаштырыу буйынса Координация совтенының яңыртылған составын раҫланы. Унда БР Президенты Хакимиәте вәкилдәре, республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре һәм етәксе урынбаҫарҙары инде, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәте сайтында.

Координация комиссияһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин етәкләне. Ул БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлегенә контроллек итә.

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, тауарҙар поставкалуға, эштәр башҡарыуға һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә 50 миллион һумдан алып бер миллиард һумға тиклемге дәүләт заказдары хәҙер Координация комиссияһы ағзалары менән килешкәндән һуң ғына урынлаштырыласаҡ. Суммаһы бер миллиард һумдан ашыу булған заказдар мотлаҡ рәүештә Башҡортостан Президенты йәки уның вәкиле менән килешеү үтәсәк.

Бюджет средстволарын һөҙөмтәле ҡулланыуға контролде көсәйтеү, дәүләт заказдарын урынлаштырыу процедураларының асыҡлығын тәьмин итеү бындай ҡарарҙың төп маҡсаты булып тора.