11 декабрь, Йәкшәмбе

28 март 2013 йыл, 16:03

Лилиә Ғүмәрова: «Комендант сәғәтен балаларҙы ҡотҡарыу сәғәте тип атарға кәрәк»

автор: "Башинформ"

28 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырышы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.

Ултырышта «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы БР законын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ул «балаларҙың комендант сәғәте тураһында закон» булараҡ билдәле һәм ата-әсәләрҙең балаларҙың төнгө сәғәттәрҙә ҡарауһыҙ булыуы өсөн яуаплылығын күҙ уңында тота.

Яҡынса йомғаҡтар үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кимәленең кәмеүен күрһәтә. Шулай итеп, 2012 йылда республикала үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кимәле 16,3 процентҡа кәмегән, шул иҫәптән бәлиғ булмағандар менән башҡарылған енәйәттәр һаны 12,8 процентҡа кәмегән.

– Властар был акция менән балаларҙы бәләнән һаҡлап ҡалырға теләһә лә, шулай ҙа «комендант сәғәте» һүҙбәйләнеше ата-әсәләр менән насар ҡабул ителә, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Йәмғиәткә бының комендант сәғәте түгел, ә балалаҙы ҡотҡарыу сәғәте булыуын һеңдерергә кәрәк.

Ултырышта ҡатнашыусылар был мәсьәләне Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр съезында күтәрергә тәҡдим итте. Сара 2013 йылдың 16-18 апрелендә Өфөлә үтәсәк.

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырышы һуңында республика һәм муниципаль комиссиялар ағзалары, республиканың власть органдары вәкилдәре намыҫлы хеҙмәт өсөн ведомство наградалары менән бүләкләнде, тип хәбәр ителә республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында.