8 декабрь, Кесе йома

28 март 2013 йыл, 15:14

Башҡортостанда Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең урындағы бүлексәләре асыласаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Республиканың барлыҡ райондарында «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының урындағы бүлексәләре булдырылырға тейеш. Бындай ҡарар әлеге ойошманың Башҡортостан төбәк бүлексәһе Советы ултырышында ҡабул ителде.

Кәңәшмә барышында төбәк бүлексәһенең алдағы йылға бурыстары билдәләнде. Беренсе донъя һуғышына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү төп масат булып тора. Был ваҡиғаға әҙерлек барышында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында архив документтарын өйрәнеүҙе әүҙемләштереү, шулай уҡ хәрби-патриотик темаға фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү ҡарала.

Ултырышта доклад менән БР Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин сығыш яһаны.

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, шулай уҡ уның төбәк бүлексәләре РФ Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 29 декабрендәге Указына ярашлы булдырыла.

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте илдең хәрби-тарихи үткәнен өйрәнеүҙә дәүләт һәм йәмғиәт көстәрен бергә туплау, Рәсәй тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм уны боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймау, патриотизм тәрбиәләү, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәреү маҡсатында булдырылды.