Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һаны 100 кешегә ҡыҫҡартыласаҡ

Сәйәсәт

Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һаны 100 кешегә ҡыҫҡартыласаҡ, тип хәбәр иттеләр баш ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән. Бындай ҡарар ҡала Советы депутаттары менән сираттан тыш ултырышта ҡабул ителде.

Әлеге ҡарар Өфөлә муниципаль хеҙмәткәрҙәр һанын оптималләштереү буйынса саралар сиктәрендә ҡабул ителде. Депутаттар ҡарарына ярашлы, мэрияла гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек, шулай уҡ хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәт һаҡлау бүлеге бөтөрөлә. Ҡулланыусылар баҙары идаралығы хеҙмәттәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге менән берләштерелә, сәнәғәт бүлеге сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенә үҙгәртелә. Хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыу ҡайһы бер башҡа бүлектәргә лә ҡағыласаҡ.

Депутаттар корпусы ҡарарына ярашлы, хакимиәт составында шулай уҡ Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса яңы бүлек булдырыла. Был хеҙмәт Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан бүленеп сығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу планлаштырылмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть