11 декабрь, Йәкшәмбе

28 март 2013 йыл, 12:41

Төбәктә инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға түләүҙәр арттырыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Апрелдә бала саҡтан I төркөм инвалидтарын һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға түләүҙәр арттырыла. Республиканың пенсия ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, түләү күләме 1380 һумдан 6325-кә тиклем арттырыла. Башҡортостанда 6898 ата-әсә йәки опекун арттырылған күләмдә ай һайын түләү алыу хоҡуғына эйә.

Әлеге ваҡытта инвалид бала тәрбиәләгән һәм компенсация алған ата-әсәләргә йәки опекундарға өҫтәмә документтар йыйырға һәм ғариза яҙырға кәрәкмәй.

— Пенсия фондының республика райондары һәм ҡалаларындағы идаралыҡтары компенсацияны үҙҙәре һанап сығарасаҡ. Арттырылған түләүҙәр апрелдән бирелә башлаясаҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙың күләме үткән көн менән, йәғни 2013 йылдың 1 ғинуарынан арттырыласаҡ, — тип аңлатты Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, инвалид бала ата-әсә йәки опекун менән түгел, ә эшкә һәләтле эшләмәгән башҡа кеше менән тәрбиәләнһә, компенсация күләме элеккесә ҡала – 1380 һум. Шулай уҡ I төркөм инвалидтарын һәм 80 йәшкә еткән, йәки дауалау учреждениеһы һығымтаһы буйынса даими тәрбиәгә мохтаж тип танылған ололарҙы ҡараған эшләмәгән гражданадар өсөн компенсация күләме үҙгәрмәй.