9 декабрь, Йома

28 март 2013 йыл, 11:52

Баш ҡалала Көлкө көнө «Юморина» менән билдәләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Көлкө көнөн республиканың Шаяндар һәм отҡорҙар клубы командалары «Юморина-2013» йәштәр фестивале менән билдәләйәсәк. Йәштәр фестиваленең гала-концерты «Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!» девизы аҫтында баш ҡаланың Конгресс-холында үтәсәк.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-при, беренсе, икенсе, өсөнсө урындар лауреаттары, иң яҡшы ир-егет ролен һәм ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусылар, шулай уҡ иң яҡшы шаяртыу һәм иң яҡшы номер билдәләнәсәк.

Ойоштороусылар фекеренсә, фестиваль Башҡортостандың йәштәр коллективтары араһында дуҫтарса мөнәсбәттәр булдырырға, йәштәргә ижади һәләттәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

«Юморина» 18.30 сәғәттә башлана.