2 декабрь, Йома

28 март 2013 йыл, 11:04

Зөһрә Рәхмәтуллина уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләрен хәл итә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы депутаты, Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина төбәк аҙналығы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа Өфөлә, шулай уҡ яҡында урынлашҡан ҡала һәм райондарҙа йәшәгәндәр ярҙам һорап килде.

Граждандар төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, Октябрьский ҡалаһынан 50 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусыны үҫеп килгән быуынға патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләһе борсой. Мәктәп программаһынан ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәр ҡыҫҡартылды, ә уларҙың геройҙары күп йылдар дауамында йәштәр өсөн өлөгө булып торҙо, тип иҫәпләй педагог.

Иглин районынан ауыл хакимиәте башлығы коррекцион белем биреү учреждениеһына капиталь ремонт үткәреүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ауыл мәктәптәрен оптималләштереү, милли-мәҙәни үҙәктәрҙе һаҡлап ҡалыу көнүҙәк мәсьәләләр булып ҡала. Тейешле закондарға таянып, депутат аңлатмалар бирҙе.

— Бөгөнгө мөрәжәғәттәр, нигеҙҙә, фиҙаҡәрлек менән һуғарылған булды, — тип билдәләне депутат. – Һайлаусыларҙы мәғариф, мәҙәниәт системаларының бөгөнгөһө һәм киләсәге, ил етәкселәренең, урындағы властың йәштәрҙең әхлаҡи сәләмәтлеге өсөн яуаплылығы  борсой.