7 декабрь, Шаршамбы

28 март 2013 йыл, 10:33

Республикала «Яҡташтар» проекты аҙағына яҡынлаша

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Яҡташтар» проекты аҙағына яҡынлаша. Йөҙәр мең анкета йыйылған һәм тикшерелгән. Партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов һөйләүенсә, республикала проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан халҡынан 380 мең анкета йыйып алынған.

— Проект сайтына 150 меңдән ашыу кеше ингән, — тип һөйләне башҡарма комитет етәксеһе. – Был һан арта бара, сөнки кешеләр анкета ебәреүен дауам итә. Шулай итеп, «Яҡташтар» проектының беренсе этабында ярты миллиондан ашыу кеше әүҙемлек күрһәтте. Биш мең ярым фамилия тәҡдим ителде. Барлыҡ райондар проектҡа яуаплы ҡараны. Һәр ауылдың иң яҡшы кешеләре билдәләнде. «Яҡташтар» проектын халыҡ ыңғай ҡабул итте. Шуға күрә ул дауам итәсәк.

Альберт Мифтахов билдәләүенсә, әлеге проект белем биреү һәм тәрбиәүи йүнәлештәге сара булып тора һәм күпселек йәһәттән йәштәр өсөн тәғәйенләнгән.

— Проект өҫтөндә эшләй башлағанда күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә, уларҙа үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға теләнек. Анкета тултырған кешеләр ҙә быға ынтылды. Шуға күрә был ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект булды.

Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе фекеренсә, исемлеккә индерелгән фамилиялар араһында замандаштарыбыҙҙың да булыуы мөһим.

— Кешеләрҙең иҫән сағында ҡәҙерен белергә кәрәк, — тип иҫәпләй Альберт Мифтахов. – Проектты хуплап, Рөстәм Хәмитов та тап ошоға баҫым яһаны: барыһы ла аҡса менән үлсәнмәй. Әхлаҡи баһа, күрше-тирәнең ихтирамы кешеләр өсөн һәр саҡ хеҙмәткә, батырлыҡҡа, изгелеккә әйҙәүсе ҙур көс булып торҙо. Минеңсә, был проект анкета тултырыу менән генә тамамланмай. Ул инде анкеталарһыҙ, ирекмәндәрһеҙ көн һайын һәр ҡалала һәм ауылда дауам итергә тейеш. Лайыҡлы кешеләргә иғтибар һәм ихтирам менән ҡарарға, уларҙы уҡыусылар, йәштәр өсөн өлгө итеп ҡуйырға бурыслыбыҙ.