10 декабрь, Шәмбе

28 март 2013 йыл, 9:49

Өфөнөң йәш парламентарийҙары Йәштәр көнөндә тематик майҙансыҡтар ойошторасаҡ

автор: Людмила Терновая

Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының сираттан тыш ултырышында баш ҡалала Йәштәр көнөн үткәреү мәсьәләһе тикшерелде. Байрам сиктәрендә планлаштырылған саралар араһында ҙур спот ярыштары, ҡаланы таҙартыу буйынса акциялар, йәштәр араһында ижади конкурстар бар, тип хәбәр иттеләр Йәштәр йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, тематик майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Кискеһен байрам ҡунаҡтары өсөн шоу-программа планлаштырылған.

— Йәштәр көнөнә ҡарата саралар бер нисә ай дауамында үткәреләсәк, — тип һөйләне Өфөнөң Йәштәр палатаһы рәйесе Валентин Кудряшов. – Байрам сиктәрендә спартакиада, түңәрәк өҫтәлдәр һәм дөйөм ҡала тематик өмәләр үткәрү планлаштырыла. Был сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләр Йәштәр көнөндә үтәсәк төп байрамда тәбрикләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Йәштәр көнө 27 июндә билдәләнә. Был байрам 1993 йылда Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың бойороғо менән булдырылды. Башҡортостанда йәштәр халыҡтың яҡынса дүрттән бел өлөшөн тәшкил итә.