10 декабрь, Шәмбе

28 март 2013 йыл, 9:28

Башҡортостан менән Финляндия машиналар эшләү, био һәм IT-технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Сергей Захаров

Финляндияның Мәшғүллек һәм иҡтисади үҫеш министрлығында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Финляндия хөкүмәт-ара комиссияһының Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмө ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов ҡатнашты, республика Президенты ҡушыуы буйынса ул әлеге ил менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр үҫешенә контроллек итә.

Ултырышта эш төркөмөнөң төбәк бүлексәләре эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тикшерелде, уның эш тәртибе, Рәсәй менән Финляндия араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнде.

Хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында апрелдә Хельсинки ҡалаһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Башҡортостан-Финляндия эш төркөмө ултырышын үткәреү планлаштырыла. Унда машиналар эшләү, IT-технологиялар, төҙөлөш, логистика, биотехнологиялар һәм медицина өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшереләсәк.

Вице-премьер бер нисә эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Атап әйткәндә, ул «SRV Group» һәм «Pontos Oy» корпорацияларының директорҙар советы рәйесе Илпо Коккила менән осрашты.

Осрашыуҙа БР Иҡтисади үҫеш министрлығының Финляндиялағы вәкиле Ариф Хәйретдин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.