Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Радик Гәрәев исемендәге III Асыҡ вокалсылар конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Йәмғиәт

Яңауыл районында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты Радик Гәрәев исемендәге III Асыҡ вокалсылар конкурсы үтте, тип хәбәр ителә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталында.

Бәйгелә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 49 солист ҡатнашты. Улар икешәр әҫәр – халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы. Йырҙарҙың береһе Радик Гәрәев репертуарынан булырға тейеш ине.

Һөҙөмтәлә вокалсылар конкурсы Гран-прийын Краснокама районынан Ринат Сәлихйәнов яуланы. Уға 100 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.

Беренсе дәрәжә дипломдарға түбәндәге солистар лайыҡ булды: 12-16 йәштәгеләр араһында – Тимерлан Хәлитов (Нефтекама ҡалаһы); 17-35 йәштәгеләр араһында – Айҙар Хәйруллин (Өфө ҡалаһы), Дамир Таипов (Өфө ҡалаһы); 36 йәштән олораҡтар араһында – Ришат Вәхитов (Күмертау ҡалаһы).

Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, «Өмөт» номинацияһында — Елисей Лаптев (Өфө ҡалаһы), Илья Морозов (Өфө ҡалаһы); «Сәхнә оҫталығы» номинацияһында — Әлиә Рәшитова (Яңауыл районы); «Башҡарыу үҙенсәлеге өсөн» номинацияһында — Рәмил Хәсәнов (Тәтешле районы); «Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарған өсөн» номинацияһында — Руслан Халиков (Балтас районы); «Тамашасы һөйөүе призы»на — Валерий Синёв (Ағиҙел ҡалаһы); «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында — Айгиз Ханов (Салауат районы); «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» призына — Гүзәлиә Башарова (Тәтешле районы, 12 йәш); «Радик Гәрәев репертуарынан иң яҡшы башҡарылған йыр өсөн» номинацияһында — Илнар Шәрәфетдинов (Илеш районы) еңеү яуланы. Яңауыл районынан 66 йәшлек Мәмдүҙә Хәлморатова иң өлкән ҡатнашыусы булды.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хорының сығышы байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть