7 декабрь, Шаршамбы

27 март 2013 йыл, 16:42

Башҡортостан Президенты республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

11 апрелдә 19 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика Президенты менән һөйләшеү ойошторола. Тура эфирҙа төбәк башлығы республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.

Рөстәм Хәмитовҡа бөгөндән мөрәжәғәт итергә була. Башҡортостан Президенты серверында махсус электрон почта адресы булдырылған: tv@bashkortostan.ru. Барлыҡ һорауҙарҙы Рөстәм Хәмитов үҙе ҡараясаҡ, иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк булғандарына тура эфирҙа яуап бирәсәк.

Республика етәксеһе менән бындай форматта һөйләшеү тәүге тапҡыр ойошторолмай. Тура телевизион диалог бишенсегә үткәрелә. Һәр кеше тура эфирҙа үҙен борсоған һорауға Башҡортостан Президентынан яуап ала аласаҡ.