8 декабрь, Кесе йома

27 март 2013 йыл, 15:11

Өфөлә депутаттар һәм юристар РФ Гражданлыҡ кодексын камиллаштырыу варианттарын өйрәнә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә «Гражданлыҡ ҡануниәтен яңыртыу һәм ҡулланыу тәжрибәһе» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Форумда Дәүләт Думаһы, төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре, юристар ҡатнаша. Көн дауамында сарала ҡатнашыусылар РФ Гражданлыҡ кодексының ҡайһы бер статьяларын ҡулланыу тәжрибәһен, Рәсәй юрисдикцияһы проблемаларын, кодексҡа индерелгән өҫтәмәләрҙе һәм уны яңыртыу мәсьәләләрен тикшерергә планлаштыра.

— Конференция темаһы бик мөһим, — тине Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин. – РФ Гражданлыҡ кодексына төҙәтмәләр индерелә. Ысынбарлыҡта был йөкмәткеһе яғынан яңы документ буласаҡ. Шуға күрә бындай фекер алышыуҙар әлеге ваҡытта илдең төрлө төбәктәрендә үткәрелә. Улар Гражданлыҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләрҙе, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып, аҙағынаса эшләп еткереү маҡсатында ойошторола.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, Рәсәйҙә әлеге ваҡытта сәйәси хоҡуҡ системаһын реформалаштырыуҙың икенсе этабы бара.

— Тупланған тәжрибә башҡа хоҡуҡи институттар булып сағылыш таба. Был йәһәттән РФ Гражданлыҡ кодексы нормалары алдынғы урын биләй, — тине Башҡортостан парламенты спикеры. – Гражданлыҡ ҡануниәте өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланыҡ, хәҙер үткән юлыбыҙҙы барлайбыҙ. Ғәмәлдә ҡулланылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең икенсе этабы бара. Гражданлыҡ-хоҡуҡи институттарҙы үҙгәртәбеҙ. Тәҡдимдәребеҙ хоҡуҡи нормалар булып сағылыш табыр, тип ышанам.