3 декабрь, Шәмбе

27 март 2013 йыл, 14:31

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса «ҡыҙыу линия» үткәрәсәк

автор: Галина Бахшиева

28 мартта 10 сәғәттән алып 13-кә тиклем БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса «ҡыҙыу линия» үткәрә.

Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләләренән тыш, шулай уҡ профессиональ белем алыу, һөнәри йүнәлеш, психологик ярҙам һәм медицина-социаль экспертиза буйынса консультация алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт министрлыҡтың рәсми сайтында урынлаштырылған.