11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2013 йыл, 12:54

Салауат Юлаев һәйкәле һәм Шихандар Рәсәй символдарына әүерелә ала

автор: Алик Шакиров

Рус география йәмғиәте һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы «Комсомольская правда» гәзите ярҙамында «Рәсәй 10» мультимедия проектын тормошҡа ашыра башланы. Махсус булдырылған сайтта Рәсәйҙең 700-ҙән ашыу тәбиғәт, мәҙәниәт, археология, фәнни-техник прогресс ҡомартҡыһының фотоһүрәттәре урынлаштырылған. Интернет менән ҡулланыусыларға бөгөнгө Рәсәйҙе символлаштырған 10 иҫтәлекле урынды һайлап алырға тәҡдим ителә. Еңеүсе тип табылған объекттарҙың миниатюралары Подмосковьела урынлашасаҡ «Рәсәй» ландшафт паркында тәҡдим ителәсәк.

Бөгөнгө көнгә Волга буйы федераль округы буйынса 17 процент тауыш менән Һамарҙа урынлашҡан Сталин бункеры беренсе урында килә. 11 процент тауыш йыйып, Һарытау автомобиль күпере икенсе урынды биләй. Ә Волга буйы федераль округының Башҡортостанда урынлашҡан ун иң билдәле объекттың икәүһе – Салауат Юлаев һәйкәле һәм Шихандар – 5 һәм 4 процент тауыш менән алтынсы һәм һигеҙенсе урындарҙы биләй.

«Рәсәй 10» сайтында тауыш биреү 29 сентябргә тиклем дауам итәсәк.