6 декабрь, Шишәмбе

27 март 2013 йыл, 11:51

Алексей Курач «Башнефть» компанияһының финанс директоры вазифаһынан китә

автор: Эльвира Латипова

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад һәм финанстар буйынса вице-президенты – баш финанс директоры Алексей Курач 29 мартта вазифаһынан китә. Тейешле ҡарар көн элгәре компания директорҙары советы менән раҫланды.

«Башнефть» мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта был вазифаға кандидатуралар һайлана.

Алексей Курач әлеге вазифала дүрт йылға яҡын эшләгән. Нефть компанияһы пресс-релизында билдәләнеүенсә, ул «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының компаниялар төркөмөндә яңы яуаплы вазифа биләйәсәк. Рәсми булмаған сығанаҡҡа һылтанма яһап, «Ведомости» хәбәр итеүенсә, 1 апрелдән Алексей Курач «Система» корпорацияһының составына ингән «Медси» компаниялар төркөмөнөң иҡтисад һәм финанстар буйынса вице-президенты вазифаһын үтәй башлай.